Өфөнөң Сипайлово биҫтәһенең Гагарин урамындағы 12-се йортта йәшәүселәр ихаталағы ҙур күләүеккә зарлана.
Ул оҙайлы ямғырҙарҙан һуң барлыҡҡа килгән. Хәҙер был урында бәләкәй генә "күл" хасил булған. Ошо урамда йәшәүселәр, һыуҙы һурҙырып алығыҙ, тип торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығына мөрәжәғәт иткән, әммә компания уларҙың зарын инҡар итә икән.
Ярҙам булмағас, халыҡ күләүек янына "Һыу инергә ярамай. Бәхетһеҙ осраҡ булһа, 101, 112 номеры буйынса шылтыратығыҙ" тигән яҙыу элгән. Тағы ла был урынды фотоға төшөрөп, социаль селтәргә ҡуйғандар.
Һаман булһа урам халҡы ярҙам көтә, улар асфальт һалыуҙы талап итә, сөнки йөрөргә мөмкинлек юҡ икән. Ә бындай һыуға тулы урамдар, йорт алдары биҫтәлә байтаҡ. Күптән ҡартайған, көслө елдә һынып төшөргә әҙер ағастар ҙа күп. Ярҙам кәрәк биҫтәгә.