Йәмғиәт
23 Сентября 2019, 18:35

1 миллион 352 мең һум бурыс йыйған

Электр энергияһы өсөн бурыс йыйыу нимәләр менән янай?

Фото: wyksa-r.ruФото: wyksa-r.ru
Фото: wyksa-r.ru
Стәрлетамаҡ районындағы идара итеүсе компания электр энергияһы өсөн оҙаҡ иҫәпләшмәгән һәм 1 миллион 352 мең һум күләмендә бурысҡа батҡан.
"Энергосбыт" йәмғиәте идара итеүсе компаниянан түләттерә алмағас, уны судҡа бирә. Стәрлетамаҡ районының суд приставтары суд ҡарарын үтәү маҡсатында башҡарыу эше асып, компанияның директорына иҫкәртеү яһай. Билдәләнгән ваҡытҡа бурыс ҡапланмағас, суд приставтары фирманың автомобиленә һәм иҫәбенә арест һала. Әммә милек һатылып өлгөрмәй, компания бурысты шунда уҡ ҡаплап ҡуя.
Әйткәндәй, әле республикала "Уңайлыҡ өсөн түләргә кәрәк" тигән акция бара. Шуға ла торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләмәгәндәргә тынысланырға иртә, сөнки ундайҙар милектәренән ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал.
Үҙегеҙҙең бурысығыҙ тураһында суд приставтары хеҙмәтенең "Башҡарыу эше мәғлүмәттәре банкы" бүлегендә ҡарай алаһығыҙ.
Читайте нас