Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь 2019, 18:30

“Барып илап ҡайтығыҙ!”

"Фильмды етештереүселәргә сығығыҙ, уны бөтә мәктәп уҡыусылары ла ҡарарға тейеш".


Һеҙ әле “Һеңлекәш” фильмын ҡараманығыҙмы? Ә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡараған һәм башҡаларға ла кәңәш итә. Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә ваҡытында ла был картина тураһында һүҙ булды.
– Мин һеҙгә барырға кәңәш итәм, күңелегеҙҙе таҙартып ҡайтырһығыҙ. Ҡатындарығыҙҙы ла алығыҙ, улар янығыҙҙа ултырып илап алыр, фильм ысынлап та бик һәйбәт, - тине ул. – Фильмды етештереүселәргә сығығыҙ, уны бөтә мәктәп уҡыусылары ла ҡарарға тейеш. Әле аңлашыла, коммерциялы күрһәтеү бара, тик һуҙырға ярамай, был бит беҙҙең республикала, был беҙҙең турала. Республикабыҙ тураһында ошолай күп һәм матур итеп әллә ҡасандан һөйләнгәне, күрһәтелгәне юҡ ине. Беҙҙең балалар саҡ ҡына икенсе нимә ҡарарға өйрәнгән, шулай ҙа бөтәһен дә алып барырға кәрәк, уларға оҡшаясаҡ, бөтәһе лә илаясаҡ. Беҙҙең тарихҡа, тәбиғәткә, кешеләргә шундай һөйөү менән төшөрөлгән ул, мотлаҡ күрһәтергә кәрәк.
“Һеңлекәш” фильмы – Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса төшөрөлгән хәрби драма. Рәсәй экрандарына ул 19 сентябрҙә сыҡты.
Читайте нас