Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь 2019, 12:48

Бер көтөү һыйырҙан елдәр иҫкән

Көтөүе менән һыйырҙар юғалған...

Фото: myasnoy-soyuz.ru
Фото: myasnoy-soyuz.ru

Бер һыйырың юғалһа – ҙур бәлә. Ә бына ошо көндәрҙә Дыуан районында көтөүе менән һыйырҙар юғалған. Был турала “Комсомольская правда” гәзите хәбәр итә.
Полицияға ғариза менән Ләмәҙ ауылы кешеһе мөрәжәғәт иткән. Ҡатын кеше хәбәр итеүенсә, билдәләнгән ваҡытта ирекле көтөүҙән 309 һыйыр ҡайтмаған. Улар урындағы ауыл хужалығы кооперативы малдары икән. Һыйырҙар таң менән дә ҡайтмағас, ҡатын полицияға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була.
Артабан хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре 76 баш малды ауылдан 20 километр алыҫлыҡтағы яландан табып алып ҡайта. Ә ҡалған 233-енән елдәр иҫкән.
Ярар ҙа аҙашып ҡына йөрөһәләр. Ә берәйһе урлап алып китһә? Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, был көтөүҙең уртаса хаҡы 10 миллион һум самаһы тора бит.
Читайте нас