Туйҙа кәләш – ҡәҙимге ҡыҙ, ләкин кейәү күп булһа ун йәштәге малай ғына бит! Нисек инде улай?
Мексикала социаль селтәрҙә ошо фотоны ҡарамаған кеше ҡалмағандыр, моғайын. Һәм күптәрҙе шул һорау борсоған икән. Сәйер туйға төрлө кеше төрлөсә аңлатма бирергә тырышып ҡараған.
Был фото менән журналистар ҙа ҡыҙыҡһынған һәм улар хәҡиҡәтте асыҡлай алған. Ә ул ҡыҙғаныс та, шул уҡ ваҡытта кешелекле лә булып сыҡҡан.
Баҡтиһәң, илдең Гереро штатында ысынлап та ошондай туй булып үткән. Әммә фотолағы малай ғәмәлдә 20 йәшлек егет икән. Һирәк сир арҡаһында ул үҙ йәшенән күпкә кесерәк күренә һәм буйға ла үҫә алмаған. Шулай ҙа балаларса ҡиәфәте уға ғүмерлек йәрен табырға, ә тегеһенә ошо егет менән сәстәрен сәскә бәйләргә ҡамасауламаған.