Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Сентябрь 2019, 18:45

Hilton отелдәренең хужаһы кем?

Ул Лос-Анжелеста йәшәгән Бэррон Хилтон булған. Үткән заманда яҙабыҙ, сөнки ул 19 сентябрҙә...

Фото: Lenta.ru
Фото: Lenta.ru

Ул Лос-Анжелеста йәшәгән Бэррон Хилтон булған. Үткән заманда яҙабыҙ, сөнки ул 19 сентябрҙә 91 йәшендә үлеп ҡалған. Был яңылыҡҡа ғаиләнең хәйриә фонды “тәбиғи сәбәптәр арҡаһында” тип тә өҫтәй.
Бэррон Хилтон 1927 йылда Hilton ҡунаҡхана селтәрҙәренә нигеҙ һалған Конрад Хилтон ғаиләһендә тыуа. 1966 йылда атаһы пенсияға сыҡҡас, Hilton Hotels корпорацияһы президенты вазифаһына аяҡ баҫа һәм унда 30 йыл хеҙмәт итә, заманса “ҡунаҡхана империяһы” төҙөүгә үҙ көсөн һала. 2007 йылға тиклем директорҙар советы рәйесе булып ҡала.
Икенсе донъя һуғышында Хилтон флотта фотограф булып хеҙмәт итә. Бынан тыш ул Changes профессиональ футбол командаһына нигеҙ һалыусы булараҡ та билдәле. Шулай уҡ Хилтон хәйриә эшмәкәрлеге менән дә булыша. Ҡатыны Мэрилин Джун Холи менән (ул 2007 вафат) 57 йыл бергә йәшәйҙәр. Уларҙың һигеҙ балаһы, 15 ейән-ейәнсәре, дүрт бүләсәре була.
Өфөлә лә уларҙың корпорацияһына ҡараған “Хилтон” тип аталған ҡунаҡхана бар.
Читайте нас