Йәмғиәт
23 Сентября 2019, 07:30

Иманһыҙҙар мәсет талаған

Был хәл үткән йоманан шәмбегә ҡарай төндә булған.

Фото: news 102Фото: news 102
Фото: news 102
Иманһыҙ әҙәмдәр Өфө эргәһендәге мәсетте талаған.
Был хәл үткән йоманан шәмбегә ҡарай төндә булған. 40 мең һум аҡса юғалғанлығын мәсет хәҙрәте асыҡлаған. Бурҙар подвалдың пластик тәҙрәһе аша ингән һәм хәйер йыйыла торған йәшникте “таҙартҡан”.


Хәҙрәт әйтеүенсә, был әҙәм аҡтыҡтары, бәлки, күберәк табыш алырға ла өмөтләнгәндер.

Быйыл яҙ оҡшаш хәл Стәрлетамаҡ ҡалаһында булғайны. Унда христиандар ҡорамына бурҙар ингәйне, тик һаҡсыны яралап, ҡасып ҡотолғайны.


Читайте нас