Баймаҡ районынан Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән егеттең әсәһенә командованиенан Рәхмәт хаты килеп төшкән.
Был хатҡа әсә бик ныҡ ҡыуанған, шатлығын күрше-тирәһе менән дә уртаҡлашҡан. Ҡалала йәшәгән ҡыҙҙары ҡайтып төшкәс:
– Ҡустығыҙ тураһында капитан Зранга эй матур итеп яҙып ебәргән, – тип уларға ла һөйөнсөләгән.
Ҡыҙҙарының өлкәне хатты алып уҡып:
– Әсәй, бында бит капитан Зранга түгел, “капитан 3 ранга” тип яҙылған, ә фамилияһы аҫтараҡ тора, – көлөп ебәргән.