Йәмғиәт
24 Сентября 2019, 15:45

Бәлки һеҙ күргәнһегеҙҙер?

Ҡатын 9 августа өйөнән сығып киткән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған.

Фото "Башинформ"дан.Фото "Башинформ"дан.
Фото "Башинформ"дан.
Туймазы районының Собханҡол ауылынан Лилиә Кашапова эҙһеҙ юғалған. Ул 9 августа өйөнән сығып киткән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған.
Ҡатындың билдәләре: буйы 170 сантиметр, һомғол, сәсе аҡһыл, күҙҙәре һоро. Тән төҫөндәге капюшонһыҙ куртка, ҡара салбар, аҡ кофта, ҡара күк төҫтәге кроссовка кейгән, ҡулына ҡара-һоро төҫтәге сумка тотҡан.
Ҡайҙалығын күреүселәр, белеүселәр булһа, ирекмәндәргә 88007005452 йәки полицияға 02 (мобиль телефондан – 102) һандарын йыйып шылтыратыуығыҙ һорала.
Читайте нас