Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2019, 16:15

Радий Хәбиров чиновниктарға "икеле" ҡуйҙы

Бөгөн һеҙ имтиханды бирмәнегеҙ, бөтәгеҙ ҙә "икеле" алдығыҙ, сөнки объекттарҙың күпселегенә йылы бирелмәне.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Көндәрҙең ҡапыл һалҡынайыуы сәбәпле, йылытыу миҙгеле иртә башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йылы биреү барышын баһалап, чиновниктарға "икеле" билдәһе ҡуйҙы.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев белдереүенсә, әле төбәктә 15,6 мең йортҡа йылы бирелгән, йәғни 89 процент. Социаль объекттарға килгәндә, әле ун һаулыҡ һаҡлау һәм 122 мәғариф учреждениеһы йылытылмай.
"Хеҙмәттәштәр, был эште тамамлауҙы һорайым. Кеше өшөгән саҡта йылылыҡ бирергә кәрәк. Бынан тыш, мин һеҙҙең мәсьәләне нисек тиҙ арала хәл итеүегеҙҙе лә күҙәттем. Бөгөн һеҙ имтиханды бирмәнегеҙ, бөтәгеҙ ҙә "икеле" алдығыҙ, сөнки объекттарҙың күпселегенә йылы бирелмәне. Был эште эшләп еткермәүегеҙгә бәйле", – тип йылы биреү барышына йомғаҡ яһаны Радий Фәрит улы.
Читайте нас