Йәмғиәт
24 Сентября 2019, 18:59

Туйҙан ас ҡайтҡандар...

Үҙебеҙҙең ихлас, мул табынлы, һөйөү тулы туйҙарыбыҙға ни етә?!

Фото: cobaka.ruФото: cobaka.ru
Фото: cobaka.ru
Күптән түгел генә Ксения Собчак менән Константин Богомоловтың халыҡты шаҡ ҡатырырлыҡ туйынан бер аҙ арынып өлгөрҙөкмө-юҡмы, әле бәғзеләр туйҙағы ҡайһы бер ялған мәлдәр менән уртаҡлаша ла инде.
Ҡунаҡтар туй хөрмәтенә әҙерләнгән мәжлес банкетынан ас ҡайтыуҙарын билдәләгән.

Яңы өйләнешкән йәштәргә туй, аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, ни бары 16 миллион һумға төшкән. Банкетта булғандарҙың күптәре хужаларҙың ҡунаҡсыл булмауын белдереп, өҫтәл ярлы ғына ине, тип тә хәбәр таратып өлгөргән. Менюла, мәҫәлән, йәшелсә, балыҡ һәм ит турамаһының наҡыҫлығын, тағы ла емеш-еләктең бик аҙ бирелгәнен еткергәндәр.
Ксения Собчак менән Константин Богомолов хатта туй тортына ла аҡсаларын йәлләгән. Аҡҡоштар менән биҙәлгән бер нисә метрлыҡ десерт та ни бары бутафор ғына булған. Биш метр бейеклектәге торттың бер “ярус”ы ғына ашарға яраған. Ә башҡа өлөштәре төрлө еҫ биреүсе өҫтәмәләр менән биҙәлгән булған.
Иҫерткес эсемлектәр ҡулланыусылар ҙа туйҙың йәмен тапмаған. Ә Ксения Инстаграмда маҡтанып, туйҙа хатта бер шешәһе һигеҙ мең торған Louis Roederer исемле алһыу шампан булыуын яҙған. Ҡунаҡтар иһә унан ауыҙ итә алмаған, сөнки шешәләрҙе асып, эсемлекте бокалдарға ҡойоп тәҡдим итеүсе лә булмаған.
Ошондай күҙ буяғыс ялған тамаша менән башланған парлы тормош нисек булыр? Үҙебеҙҙең ихлас, мул табынлы, һөйөү тулы туйҙарыбыҙ һаҡланһын, тамыры ныҡ булһын!
Читайте нас