Быйыл апрелдә 32 йәшлек ауырлы ҡатын медицина ойошмаһына иҫәпкә торған. Дауаханала буласаҡ әсәнән ҡан анализы алғандар һәм унда... ВИЧ-инфекцияның табылыуы хаҡында әйткәндәр.
Әммә был диагноз ҡатынға яңылыш ҡуйылған. Баҡтиһәң, анализ алған шәфҡәт туташы пробиркаларҙы бутаған икән. Ауырлы ҡатын медицина ойошмаһын үҙенә әхлаҡи зыян килтергәне өсөн судҡа биргән. Ә суд поликлиниканың буласаҡ әсәгә 50 мең һум күләмендә штраф түләргә тейешлеге хаҡында ҡарар сығарған. Был хәл Ырымбур ҡалаһында булған.
Әйткәндәй, Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы табип хаталарын кәметеү өсөн медицина хеҙмәткәрҙәренең эшен еңеләйтеү тураһында тәҡдимде ҡараған.