Йәмғиәт
25 Сентябрь 2019, 08:14

17 йәшлек ҡыҙҙы... ике тапҡыр...

Әллә шулай ҡурҡытҡанмы, әллә..?

Фото: news 102Фото: news 102
Фото: news 102

Йәрмәкәй районында сираттағы тапҡыр бәлиғ булмаған балаға ҡарата енси енәйәт башҡарылған. 30 йәшлек ир үҙенең 17 йәшлек ике туған һеңлеһен көсләгән.
Яҡынса билдәле булыуынса, был хәл ике тапҡыр ҡабатланған. Ул ике тапҡыр һеңлеһен машинаһына ултыртып, яланға алып сыҡҡан һәм шунда ҡара эшен ҡылған.
Был турала ҡыҙҙың әсәһе белеп ҡалған. Ул полицияға ғариза яҙған. Әле хәлде асыҡлау буйынса эштәр башланған.
Шуныһы аптырата: бер тапҡыр машинаһына ултыртып, яланға сығарып көсләгәс, ул ҡыҙ ниңә икенсе тапҡыр ҙа ағаһына ултырып сыҡты икән? Аңламаҫҡа бәләкәй бала түгел бит. Әллә шулай ҡурҡытҡанмы, әллә..?

Читайте нас