Йәмғиәт
25 Сентября 2019, 13:00

Үҙ ағасыңды ултырт!

Республика көнө алдынан "Йәшел Башҡортостан" республика акцияһы үтәсәк.


Республика көнө алдынан "Йәшел Башҡортостан" республика акцияһы үтәсәк. Был көндө ҡарағай, шыршы, ҡайын, йүкә, каштан, ҡарама, тирәк кеүек эре ағастар һәм гөлйемеш, миләш, спирей ҡыуаҡтары ултыртыу планлаштырыла.
Тәүге акция быйыл апрелдә үткәйне. Сарала республиканың барлыҡ муниципалитеттарынан 160 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. 164 тематик аллея булдырылды, 109 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртылды.
Республиканың район һәм ҡалаларында акцияны уҙғарыу өсөн майҙансыҡтар әҙерләнәсәк, тупраҡ һәм ашламалар килтереләсәк. Тирә-яҡты йәшелләндереү акцияһында теләге булған һәр кем ҡатнаша, үҙенең ағасын ултырта ала.
Айырым иғтибар ағастарҙы ултыртыу тәртибенә, шулай уҡ уларҙы ҡышҡы осорҙа тәрбиәләүгә бүленәсәк.

Бынан тыш, акцияла ҡатнашыусылар өсөн ижади коллективтар сығыш яһаясаҡ, ашатыу ҙа ҡаралған.

Бергәләп республикабыҙҙы йәшеллеккә күмәйек!
Читайте нас