Өфө ҡалаһынан 28 йәшлек егет Иглин районында төҙөлөп ятҡан йорттоң гаражында наркотик яһау буйынса, ысын мәғәнәһендә, лаборатория ойошторған. "Бөтмөр" ирҙе оператив-эҙләү операцияһы ваҡытында транспорт полицияһы хеҙмәткәрҙәре тотҡан.
Тикшереү барышында егеттең наркотик яһау өсөн төрлө ҡулайламалары, махсус ҡоролма менән прекурсоры тартып алынған. Әле был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. "Лаборант"ҡа иһә законһыҙ рәүештә наркотик етештергәне һәм һатыуға сығарғаны өсөн 20 йылға иркенән мәхрүм итеү ҡаралған. 28 йәшлек Өфө кешеһе һаҡ аҫтына алынған.