Бәхетһеҙ осраҡ Баймаҡ районы ауылдарының береһендә кисә иртән булған.
Үгеҙен көтөүгә тип ҡыуып сығарған ерҙә уныһы ҡапыл ажарып китеп хужаһына ташланған. Мал осло мөгөҙө менән ирҙе күп тапҡырҙар һөҙә һәм ауыр йәрәхәттәр яһай.
Билдәле булыуынса, 67 йәшлек ир ваҡиға урынында йән биргән. Әле был хәлде тикшереү һәм асыҡлау бара.