Өфөнөң перинаталь үҙәгендә билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында ике айлыҡ сабый вафат булған. Әсәһе Индира Сабирова Нуриман районының Красная Горка ауылынан, йөклөлөк ваҡытында яҡшы ғына йөрөй. Тулғаҡ тота башлағас, балалар табыу йортона бара. Индираның һүҙҙәренән: дауаханала уға укол яһайҙар, ял итеп алғас табырһың, тиҙәр. Ҡатынға бер аҙна көтөргә тура килә, эсе ауыртһа ла, быға иғтибар итеүсе булмай.
6 июлдә бала донъяға килә, уны шунда уҡ реанимацияға алып китәләр. Кислород етешмәгән, һыу йотҡан, тиҙәр. Ә икенсе көндө инде ҡот осҡос яңылыҡ йәш әсәне шаҡ ҡатыра: бала ауыр хәлдә, гемоглобины түбән, билирубины юғары булыуын белдерәләр.
Малайҙың хәле көндән-көн насарая. Тикшереп- тикшереп тә бала менән ни булғанын аңлай алмайҙар табиптар. Матдәләр алмашыныуы боҙолғандыр тип, анализдарын Мәскәүгә ебәреп ҡарайҙар, унда ла ярҙам итә алмайҙар. Шулай ике ай көрәшкәндән һуң сабый түҙмәй, аңына килмәйенсә кисә ул йән биргән…