Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Сентябрь 2019, 12:00

Илһамлы хеҙмәт – илгә ҡеүәт

Бикеш ауылына килеп ингәс тә, фермер Сергейҙың йортон күрһәтһәгеҙ ине, тигән үтенесебеҙгә, урамда уйнаған балалар кемуҙарҙан: “Ауыл осонда, иң матур йорттарҙың береһе уларҙыҡы, урамында тракторы, машинаһы ла ултыра”, – тип өйрәтеп ебәрҙеләр. Ысынлап та, фермер Сергей Мичуновтың йорто әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора, хужаларының алсаҡ, уңған булыуы урамдан уҡ һиҙелә, бөтә ерҙә бөхтәлек, тәртип.

Бикеш ауылына килеп ингәс тә, фермер Сергейҙың йортон күрһәтһәгеҙ ине, тигән үтенесебеҙгә, урамда уйнаған балалар кемуҙарҙан: “Ауыл осонда, иң матур йорттарҙың береһе уларҙыҡы, урамында тракторы, машинаһы ла ултыра”, – тип өйрәтеп ебәрҙеләр. Ысынлап та, фермер Сергей Мичуновтың йорто әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора, хужаларының алсаҡ, уңған булыуы урамдан уҡ һиҙелә, бөтә ерҙә бөхтәлек, тәртип.


Һөнәре буйынса Сергей – водитель, “Рассвет” колхозында, “Балта-тау” карьерында намыҫлы эшләй, комбайнсы ла була, уңыш йыйыуҙа бер нисә тапҡыр район бәйгеһендә еңеүсе тип табыла. 2000 йылдар башында колхозды ташлап, үҙ эшен ойошторорға йөрьәт итә, ныҡлап ағас эшкәртеүгә тотона. Ҡуртымға урман ала. Сергей Александрович оҙаҡ йылдар ағас етештереү һәм уны эшкәртеү менән шөғөлләнә. Ағас ярҙырыу цехында штакетниктар, иҙән-түбә таҡталары, бағаналар әҙерләй. Техникаһы ла булғас, утын да етештереп, ауылдаштарын ҡышҡылыҡҡа тәьмин итә. “Буш ваҡыт булманы тиерлек ул осорҙа, халыҡ, хужалыҡтар менән эшләргә тура килде”, – тип иҫләй ул мәлдәрҙе фермер.


Бөгөн Сергей Мичунов – крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе. Әлбиттә, ағас эшкәртеүҙе лә ташлап ҡуймаған, бер юлы ике тармаҡта эшмәкәрлек алып бара. 800 гектарҙа үҫемлекселек менән шөғөлләнә, бойҙай, нут үҫтерә. Ер эшкәртеүгә заманса техникаһы етерлек, орлоҡ һаҡлау өсөн келәттәр бар. Бөгөн үҫемлекселектә биш ауылдашы эш менән мәшғүл, ә ағас эшкәртеүҙә иһә килешеү буйынса бер нисә егет эшләй. Хеҙмәт хаҡын фермер ваҡытында түләргә тырыша, сөнки ауылда хәҙер эшләргә ынтылып торғандар һирәк.


– Әлбиттә, ҡала ерендә эшкә сират булһа ла, ауылда улар алтынға бәрәбәр, шуға ла эш һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең үтенесен ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ, – ти фермер. – Шөкөр, беҙҙә эшләгәндәр хеҙмәтенә намыҫ менән ҡарай, һәр береһе үҙенә йөкмәтелгән бурысты ихлас башҡара.


Сергей Мичунов шәхси хужалығында ла күп итеп мал аҫрай, сусҡаһын да, ҡош-ҡортон да үрсетә. 2006 йылда "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты нигеҙендә “Россельхозбанк” аша льготалы кредит алыуға өлгәшә, был аҡсаға ул тоҡомло мал һатып ала, техника йүнләй. Ә аҙаҡ мал һанын ишәйтеп, тана-үгеҙҙәрҙе һимертеп, уларҙы һатҡан аҡсаға тағы ла хужалыҡҡа заманса техника ала. “Минән был эш килеп сыҡмаҫ инде, тип бошонорға ярамай, шөкөр, ярҙам килеп тора. Дәүләт тә, район хакимиәте лә был тәңгәлдә ҙур таяныс, улар беҙгә ышана, ә беҙ – уларға”, – ти Сергей Мичунов.


Фермерға ҡатыны Любовь Владимировна һәр яҡлап ярҙам итә, уның яҡын кәңәшсеһе лә, таянысы ла. Бөтә иҫәп-хисапты ул ғына башҡара. Ҡыҙҙары Надежда, Екатерина ла бөгөн, ата-әсәһен ҡыуандырып, матур итеп эшләп, уҡып йөрөй.



Баймаҡ районы.
Читайте нас