Юстиция министрлығы ҡапма-ҡаршылыҡлы закон әҙерләү өҫтөндә эшләй.
Суд приставтарының вәкәләттәре киңәйә, улар фатирҙа ремонттың дөрөҫ эшләнеү-эшләнмәүен, стеналарҙың , газ ҡорамалдарының төҙөклөгөн тикшереү өсөн, хужалар торлаҡтарына индермәй ҡаршылашҡан осраҡта, хатта ишекте емереп инеү хоҡуғына эйә буласаҡ. Юстиция министрлығының тәҡдиме тулыһынса Рәсәй Конституцияһына тура килә, тип иҫәпләй Дәүләт Думаһы депутаттары.
Бер яҡтан, кешене баш-баштаҡлыҡтан, торлаҡтың тейелгеһеҙлеген һаҡлау бик мөһим. Икенсе яҡтан, башҡа граждандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф янағанда, был хоҡуҡтың боҙолоуы ихтимал.
Торлаҡтың тейелгеһеҙлеге бары суд ҡарары нигеҙендә генә боҙолоуы мөмкин, тигән төҙәтмә барыһын да көйләр тигән ышаныста ҡалабыҙ. Өҫтәүенә суд приставтары фатирҙағы милектең һаҡланғанлығы өсөн дә яуап бирәсәк.