Бөгөн баш ҡалалағы “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында Рәсәйҙең һәм БДБ илдәренең Көнсығышты өйрәнеүселәренең III съезы үҙ эшен башланы.
Фән донъяһында, уның тарихында яҡты эҙ ҡалдырасаҡ был сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралыҡ начальнигы Азат Баҙранов съезда ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһы Башлығының сәләмен еткерҙе.
Съезд эше 27 сентябргә тиклем барасаҡ. Был сараның республикабыҙ 100 йыллығын билдәләгән осорҙа үткәрелеүе менән дә бик әһәмиәтле.