Республика прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, Баҡалы районы чиновниктары, законды инҡар итеп, оло йәштәге инвалид Александр Ковалевты торлаҡһыҙ ҡалдырған.
Асыҡланыуынса, тикшереү органдарына 59 йәшлек граждан үҙе мөрәжәғәт иткән. Уның ауыр формалағы хроник сирҙән яфалана. Инвалид торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сиратта ла торған, әммә чиновниктар быға күҙ йомған.
Закон буйынса, оло йәштәге ир бөтә уңайлыҡтары булған социаль торлаҡ алыу хоҡуғына эйә. Уға судҡа мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмаған.
Шуныһы ҡыуаныслы: инвалидтың һорауы тулыһынса ҡәнәғәтләндерелгән. Әлбиттә, чиновниктар яуаплы булһа, был мәсьәләне судһыҙ ҙа хәл итергә мөмкин ине…