Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Сентябрь 2019, 20:30

Йомортҡаның эсендә... аҡса

Ҡыҙығып китеп, Әлшәй хужабикәһе тағы утыҙ йомортҡаны ватып ҡараған. Хәҙер ул тауығын салмаҡсы. Ни өсөн?

Фото: klops.ru
Фото: klops.ru
Бөтәбеҙ ҙә "алтын" йомортҡа һалған тауыҡ тураһында әкиәт уҡып үҫтек. Ысын тормошта ла була икән ошоға оҡшашыраҡ хәлдәр.
Республикабыҙҙың Әлшәй районында, мәҫәлән, тәмле итеп ашатҡаны өсөн рәхмәт йөҙөнән тауыҡ үҙенең хужабикәһенә аҡса бүләк иткән. Был кеше интернет селтәре аша йомортҡа эсендә 10 һумлыҡ тимер аҡса табыуы тураһында белдергән. Ул йомортҡаны табаға һытҡанда килеп төшкән.
Ҡыҙығып китеп, хужабикә тағы утыҙ йомортҡаны ватып ҡараған, тик уларҙан бер нәмә лә сыҡмаған. Хәҙер ул тауығын салырға әҙерләнә икән. "Бәлки, эсендә күберәк аҡса булыр", – тип хәбәр иткән ул...
Читайте нас: