Йәмғиәт
26 Сентября 2019, 08:34

Ана килә трактор...

Республикала 2024 йылға тиклем барлыҡ сәсеү комплекстары менән өс мең трактор, 1200 иген йыйыу комбайны һатып алынасаҡ.

Фото: popmech.ruФото: popmech.ru
Фото: popmech.ru

Республикала 2024 йылға тиклем барлыҡ сәсеү комплекстары менән өс мең трактор, 1200 иген йыйыу комбайны һатып алынасаҡ. Бынан тыш, һөт етештереү өсөн дә ҡорамалдар ҡайтарыласаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ошо хаҡта белдерҙе.
"Инвестиция сәғәте"ндә презентациялау өсөн 20-нән артыҡ проект әҙер. Башлыса улар эшкәртеү тармағына ҡағыла. Мәҫәлән, һөт һәм шәкәр заводтары, элеваторҙар, ит аҙыҡтары етештереү предприятиелары төҙөү.
"Киләһе йыл башына бойҙайҙан глютен, крахмал, биоэтанол һәм глицерин етештереү буйынса концепция әҙерләйбеҙ, – тине Илшат Фәзрахманов. – Инвесторҙар эҙләү менән мәшғүлбеҙ. Етештереү предприятиелары киҫкен иҡтисади йәки социаль-иҡтисади үҫеш тиҙләтелгән биләмәләрҙә урынлаштырыласаҡ".
Читайте нас