Йәмғиәт
26 Сентября 2019, 16:46

Ҡатыны менән ҡәйнәһен үлтергәйне...

Үҙенең кәүҙәһен урмандан тапҡандар.

Фото: ИнстаграмФото: Инстаграм
Фото: Инстаграм
Сентябрь уртаһында Башҡортостан халҡын ҡот осҡос хәл тетрәндергәйне. Бер кеше һигеҙ айлыҡ бәпестең күҙе алдында ике ҡатынды балта менән сабып үлтерҙе.
Был хәл Бүздәк районының Шығайкүлбаш ауылында 15 сентябрҙә булды.
Шик шунда уҡ Салауат районы кешеһе, ҡатындың элекке ире, 34 йәшлек Рәмил К.-ға төштө. Тәфтишселәр, мәғлүмәттәрҙе тикшергәс, эҙләү иғлан иткәйне. Һәм бына бөгөн яңылыҡ билдәле булды – Рәмилдең үле кәүҙәһен ауыл янындағы урмандан тапҡандар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Ниндәй вәхшилек ҡылыуын аңлап, намыҫы тынғы бирмәнеме икән? Бәлки язанан ҡурҡҡандыр... Һәр хәлдә, бер ҡот осҡос аҙымы арҡаһында сабый тома етем ҡалды.
Читайте нас