Йәмғиәт
26 Сентября 2019, 07:54

Эх, үгеҙ, үгеҙ...

Хужаһын үлтергән үгеҙҙе ниндәй яҙмыш көтә?



Баймаҡ районында хужаһын һөҙөп үлтергән үгеҙҙе карантинға ҡуйғандар. Был турала республиканың ветеринария идаралығы хәбәр итә.
“Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, үгеҙ һимертеүҙә булған. Малға быйыл апрелдә ҡотороу сиренә ҡаршы вакцина яһағандар. Әле үгеҙҙә был сирҙең тышҡы билдәләре юҡ, уны карантинға яптылар”, – тинеләр ведомствола.
Кисә хәбәр итеүебеҙсә, был үгеҙ ниндәйҙер сәбәптәр буйынса хужаһына ташланған һәм уны күп тапҡыр һөҙгөләгән. Пенсионер алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында йән биргән. Хәлде тикшереү дауам итә.

Былай ҙа һимертелгән үгеҙҙе, моғайын, күңелле яҙмыш көтмәйҙер...
Читайте нас