Республика Башлығы Радий Хәбиров “Евразия халыҡтары ассамблеяһы” Хөкүмәткә ҡарамаған ойошмаларҙың халыҡ-ара союзы делегацияһы вәкилдәре менән осрашты. Делегацияға союздың генераль секретары Андрей Бельянинов етәкселек итә. Осрашыуҙа Өфөлә беренсе Евразия уйындарын үткәреү мөмкинлеге тикшерелде.
– Беҙ Башҡортостанда төрлө халыҡ-ара форумдар ойошторорға ниәтләйбеҙ. 2020 йылда республикала Бөтә донъя фольклориадаһы үтәсәк. 2021 йылда – “Апимондия” бөтә донъя умартасылар конгресы һәм көрәш буйынса донъя чемпионаты, ә 2022 йылда волейбол буйынса донъя чемпионаты уҙғарыла. Уртаҡ ҡарарға килһәк, 2022 йылда Евразия йөрәген тәшкил иткән Башҡортостанда Евразия уйындарын да үткәреү мөмкинлеге бар. Республиканың милли составы Евразия үҙенсәлектәрен сағылдыра, шуға күрә беҙҙең өсөн был уйындар – Евразия хеҙмәттәшлеге өлкәһендә этномәҙәни һәм спорт үҙәге булыу хоҡуғына дәғүә итеү ул, – тине Радий Хәбиров.
Үҙ сиратында Андрей Бельянинов Өфөләге спорт объекттарына барыуҙары, юғары кимәлдәге спорт саралары үткәреү мөмкинлектәренә хайран ҡалыуҙары хаҡында белдерҙе.
– Евразия үҫеш банкы етәксеһе булараҡ, Башҡортостандағы спорт һәм инфраструктура объекттарын финанслау мәсьәләһен дә ҡарарға тәҡдим итәм, – тине ул.