Йәмғиәт
26 Сентябрь 2019, 17:41

Кеше һүҙе кеше үлтерә

Ғәйбәт ишеткән ир ярһып барып инә лә...

Фото: bash.newsФото: bash.news
Фото: bash.news
Йылайыр районының Юлдыбай ауылында 24 сентябрҙә теркәлгән янғында бер ирҙең үле кәүҙәһе табылған.
Тикшереү һөҙөмтәһендә янғынға һәм үлтереүгә ҡағылышы булған шикле әҙәм тотолған. Ул – 33 йәшлек Силәбе өлкәһе кешеһе.
Көндөҙ өс ир бер өйҙә эсеп ултырған. 56 йәшлеге ҡайтып киткәс, өй хужаһы ҡырҙан килгән ҡунаҡҡа уның әсәһе менән уларҙы ҡалдырып сығып киткән иргә ҡағылышлы ғәйбәт һөйләй. Кеше һүҙе кеше үлтерә тигәндәре хаҡ: ярһып барып инеп, егет алдан ҡайтҡан ирҙе ныҡ итеп туҡмай, шунан өйөн тыштан бикләп, ут төртә.
Күршеләр йорттан төтөн сығыуын күреп, тиҙ генә һүндерергә тотона, янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Бер аҙҙан тонсоғоуҙан йәки туҡмалыуҙан үлгән ирҙең кәүҙәһен һөйрәп сығаралар.


Хоҡуҡ һаҡсылары 33 йәшлек Силәбе кешеһенең эҙенә тиҙ төшә һәм уны ике төр енәйәттә ғәйепләп ҡулға ала.
Читайте нас