Ауылда бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған ике егет үҫә. Ҡыҙғанысҡа күрә, көндәрҙең береһендә уларҙың береһе мәрхүм булып ҡала. Шаҡтай ваҡыт үткәс, урамда уны һалмыш ир осратып:
– Һеҙ бер-берегеҙгә шул тиклем оҡшаған инегеҙ, ҡайһығыҙ үлгәнде бына хәҙер ҙә белмәйем әле, – тигән.
– Мин үлдем, шикелле, – тип яуап биргән.