Йәмғиәт
26 Сентября 2019, 13:10

Нимә эшләнең һин, Зилә?

Йәрмәкәй районының Рәтамаҡ ауылын шаулатҡан тарихта көтөлмәгән үҙгәрештәр...

Фото: vkФото: vk
Фото: vk

Йәрмәкәй районының Рәтамаҡ ауылын шаулатҡан тарихта көтөлмәгән үҙгәрештәр.
17 йәшлек ҡыҙҙы ике туған ағаһы машинаға ултыртып, ҡырға алып сығып ике тапҡыр көсләгән, тип хәбәр иткәйнек инде. Был эштә башта уҡ аңлашылмаған яҡтар күп булды. Нисек инде бер тапҡыр машинала көсләнгәс, йәнә шул уҡ кешегә ултырып китәһең? Ысынлап та, 17 йәшлек Зиләнең (исеме үҙгәртеп алынды) һөйләгәндәре дөрөҫлөккә тап килмәй булып сыҡты.
Тәфтишсе фекеренсә, ҡыҙ үҙенең сафлығын юғалтыуын йәшереү өсөн ағаһына яла яға.

Хәтерегеҙгә төшөрбеҙ, Зиләнең әсәһе 23 сентябрҙә улар менән бер өйҙә йәшәгән ҡустыһы ҡыҙын көсләгән, тип полицияға ғариза биргәйне. Имеш, ир баланы машинаһына ултыртып алып китеп ҡара эшен ҡылған һәм атаһын үлтереү менән янап, быны тағы ла эшләгән.
Аҙаҡ тәфтиш барышында Зилә енси бәйләнештең ысынлап та булыуын һәм ағаһына үҙе теләп барыуын әйткән. Баҡһаң, ҡыҙ дини ғаиләлә тәрбиәләнә һәм никахҡа тиклем енси бәйләнешкә инеү оят. Зилә кейәүгә сыға алмаҫмын тип ҡайғыра һәм алдауға бара.
Әле иргә ҡарата енәйәт эше ябылыр тип фаразлайҙар. Ә Зиләгә ата-әсәһенән ныҡ ҡына эләгер инде.

Читайте нас