26 сентябрҙә, төндә Өфөлә, Телеүҙәктә бер автомобилдең баҫҡыстар буйлап аҫҡа төшөүен төшөрөп, интернет селтәренә һалғандар.
– Ҡаланың үҙәгендә, иң күркәм урыныбыҙҙа. Ҡайҙа ҡарай беҙҙең полиция? –тигән комментарий ҙа өҫтәгән ролик авторы.
Баҫҡыс ниндәй хәлдәлер инде хәҙер? “Нива” хужаһының был “батырлығы” эҙһеҙ үтерме? Шәп булып күренергә теләгәндер ҙә ул, ә матурлыҡты емереү тураһында уйламанымы икән “шәп” егет.