Ауырғазы районының Ташлыкүл ауылында кирбестән төҙөлгән йортта янғын сыға.
Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар һәм медиктар тиҙ арала килеп етә. Әммә янғынды һүндергәндән һуң ике ирҙең кәүҙәһе табыла. Әле янғын сәбәптәре асыҡлана.
Үкенесле, аяныслы ваҡиғала кеше ғүмерҙәре өҙөлә. Әле урамда көҙ, ҡышҡа ла күп ҡалмаған, йортһоҙ-ҡаралтыһыҙ ҡалғандар нимә эшләр?