Йәмғиәт
27 Сентября 2019, 18:37

Алты айлыҡ балаһы бар тип тә тормағандар

"Ирендең элекке ҡатыны алдындағы бурысы өсөн!"

Фото: ГоробзорФото: Горобзор
Фото: Горобзор
"Суд приставтарының вәкәләттәре киңәйә, улар ишекте емереп инеү хоҡуғына эйә буласаҡ" тип яҙылғайны гәзитебеҙҙә.
Тик әле "торлаҡтың тейелгеһеҙлеге" тигән төшөнсә бар, ул эшләй. Кеше үҙе йәшәгән берҙән-бер биләмәһендә үҙен тыныс, һаҡланған тоя ала.
Ә бына Өфө ҡалаһынан Ольга исемле ҡатындың һөйләгәнен тыңлаһаң, суд приставтарының ҡыланышы бының киреһен иҫбатлай.
"Алты айлыҡ сабыйым менән өйҙә ултырғанда суд приставтары хеҙмәткәрҙәре баҫып килеп инде һәм мөлкәтте барлай башланы. Улар бик әрһеҙ ҡыланды, эште башҡарыу документын да күрһәтеүҙән баш тартты. Шулай уҡ ҡаралтының әсәйемдеке булыуын да иҫәпкә алманылар", – ти ҡатын.
Иренең элекке ҡатыны алдындағы бурысы өсөн, тип аңлата суд приставы хеҙмәткәрҙәре. Ысынында, бурыс ике йыл элек үк түләнеп бөткән, эште башҡарыусылар документты юғалтҡанлыҡтан, шул сумманы ирҙең елкәһенә тағы һалған. Прокуратура ла бурыстың ҡапланғанлығын раҫланы – быныһы зыян күреүсенең һүҙҙәре.
Бурысын түләмәй ҡасып йөрөүселәр язаһын алырға тейеш, әлбиттә. Тик ишекте ҡайырып инеү саманан сығыу түгелме? Кеше үҙен ҡайҙа яҡлаулы тойор һуң?
Читайте нас