Сермән – Башҡортостандың спорт индустрияһының баш ҡалаһы.
Кемдеңдер ауылдан ҡалаға йә иһә бәләкәй ҡаланан ҙур мегаполисҡа күсеүе хаҡында йыш ишетергә тура килһә, ә бына “Урал спорт ҡорамалдары заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Азат Вилданов һөйләгән ваҡиға ошо күренештең киреһен сағылдыра. Һәм ул бик фәһемле лә.
Һүҙ Свердловск өлкәһенең баш ҡалаһы Екатеринбургтан Башҡортостандың Белорет районына килергә теләк белдергән Максим Висимских тураһында. Азат Риф улы һәм Максим Анатольевич менән райондың Сермән ауылында урынлашҡан “Урал спорт ҡорамалдары заводы” йәмғиәтендә ошо хаҡта әңгәмәләштек.
– Максим Анатольевич, ни өсөн беҙҙең тарафтарға күсергә ҡарар иттегеҙ?
– Екатеринбург кимәленән сығып ҡарағанда, минең реклама конструкциялары етештереү буйынса ҙур булмаған бизнесым бар. Бынан тыш, заказ буйынса металл конструкцияларын әҙерләйбеҙ. Һөнәрем буйынса менеджермын. 18 йәштән етештереү етәксеһе булып эшләнем, ә инде 2005 йылдан тренажерҙар әҙерләү менән шөғөлләнәбеҙ, тәжрибә тупланыҡ.
Бер нисә йыл элек дуҫым ватылған йүгереү юлы ҡорамалын ҡарауымды һораны. Атайым менән өмөтһөҙ күренгән аппаратҡа икенсе һулыш бирҙек. Ҡиммәтле ҡорамалды төҙәтеп биргәс, ул был шатлығы менән таныштарына уртаҡлашҡан. Һөҙөмтәлә беҙ йүгереү юлы аппараттарын ремонтлау буйынса хеҙмәтте Екатеринбургта ғына түгел, шулай уҡ күрше өлкәләрҙә лә күрһәтә башланыҡ. Ҙур тәжрибә тупланым.
Бер мәл ошондай “юлдарҙы” үҙемә етештереп ҡарау уйы тыуҙы. Төп эшем буйынса заказдар күп булғас, һәр ваҡыттағыса, был уй аҙаҡҡа ҡалып килде. Бәлки, ынтылыш та булмағандыр. Эштең ҙур тырышлыҡ талап итеүен аңлап, үҙ көсөм менән генә уны атҡарып сығара алмаясағымды ла тоя инем. Бер мәл Антон дуҫым һәм уҙаҡташым, спорт ҡорамалдары етештергән ышаныслы тәьмин итеүсене эҙләп, Урал ҡалалары буйлап үтергә кәңәш итте. Ул үҙе спорт объекттарын туплау менән шөғөлләнә. Беҙ Екатеринбургтағы һәм Силәбе өлкәһендәге унлап предприятиела булдыҡ. Антон үҙенең бизнес мәсьәләләрен хәл итһә, мин иһә спорт ҡорамалы етештереүселәр менән таныштым. Сәфәребеҙҙең береһендә “Урал спорт ҡорамалдары заводы” йәмғиәтендә булдыҡ. Бер ни тиклем уйлағандан һуң унда туҡталырға ҡарар иттем. Заводтың үҫеш ҡеүәте һәм таныштарымдың уға ыңғай баһа биреүе оҡшаны. Белемемдең һәм завод тәжрибәһенең ҡушылыуы күҙалланған һөҙөмтәгә килтерҙе.
– Проект оҙаҡ әҙерләндеме?
– Беҙ ҙә, Эдисондың үҙ лампаһы менән мәшәҡәтләнгәне кеүек, эште ыңғай ғына башлап китә алманыҡ.
– Тауарҙы үҙләштереү планына проект инмәгәйне, шулай уҡ ул бюджетҡа ла һалынмағайны. Тик йүнәлеш бик өмөтлө күренде, әммә аҡсаға ҡытлыҡ кисергән шарттарҙа мәсьәләне хәл итеү юлдарының ҡиммәтле булмағанын һайлағы килде. Бер аҙҙан был амбициоз проект өсөн тейешле инвестициялар кәрәк булыуын да аңланыҡ.
Шуны ла әйтергә кәрәк, был тауар спорт баҙары өсөн генә үҙенсәлекле булып тормай, уны илдә бер кем дә етештермәүе менән дә айырыла – был эшкә тәү башлап беҙ тотондоҡ.
– Һәм күпме тора был проект?
– Коммерция сере. Дөрөҫөн генә әйткәндә, эш ҙур сығымдар талап итә, ул беҙ күҙаллағандан күпкә артып китә.
– Азат Риф улы, проекттың конструкцияһын төҙөүҙе етәкләп, үҙе коллектив ижад эшендә ҡатнашты һәм заводтың техник бүлеген йәлеп итте. Мин проектты электрон яҡтан тәьмин итеүгә, шулай уҡ техник мәсьәләләр һәм комплектлаған ойошмаларҙы эҙләү эшенә тотондом.
– Проекты үҙләштергән саҡта күп мәсьәләләрҙе хәл итергә һәм яңы технологияларҙы индерергә тура килде: полиуретандың тәжрибә өлгөләрен алып 3D компоненттарын булдырыуға тиклем.
– Әле проект ниндәй этапта?
– Беҙ финиш һыҙығына сыҡтыҡ: бөтә техник мәсьәләләр хәл ителеү алдында.
– Бынан тыш, социаль-иҡтисади үҫеше тиҙләтелгән биләмәләр резиденты статусында яңы предприятие асырға уйлайбыҙ. Уны Максим Анатольевич етәкләйәсәк. Әле яңы хеҙмәткәрҙәр йыйыу менән шөғөлләнәбеҙ, бинаны партнерлыҡ нигеҙендә Антон һәм Максим Копытовтар бирҙе. Улар ҙа, минең менән бергә, ойоштороусылар составына инәсәк. Шулай уҡ әйләнештә аҡса талап ителгәс, кредит алдыҡ. Әле “Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам” программаһына эләгербеҙ тип өмөтләнәбеҙ.
– Күпме яңы эш урындары булдырыласаҡ?
– Башлаған саҡта ун кеше самаһы, ә киләсәктә предприятие-гигант кимәленә тиклем үҫеү хыялы бар.
– Бәләкәй ҡалаға күсеүҙән ҡурҡмайһығыҙмы? Бынан киткәндәр белдереүенсә, ҙур ҡала киң мөмкинлектәргә юл аса.
– Ғәмәлдә кеше үҙенә үҙе юл аса. “Урал спорт ҡорамалдары заводы” миҫалында бәләкәй ауылда ла федераль кимәлдәге эшҡыуарлыҡты үҫтерергә мөмкин булыуын күрәм һәм бер кем дә был уйымдан мине кире күндерә алмаясаҡ.
– Әҙер тауарҙы ҡасан күрербеҙ?
– Бөтә компоненттарҙы килтереү һәм әҙерләү октябрь аҙағында тамамланырға тейеш, ә инде әҙер проектты киләһе йылда майҙа Мәскәүҙә уҙасаҡ ошо тармаҡ буйынса ҙур күргәҙмәлә күрһәтәсәкбеҙ.
– Һеҙҙе һәм коллективығыҙҙы Машина эшләүселәр көнө менән ҡотлайбыҙ һәм барлыҡ хыялдарығыҙҙың бойомға ашыуын теләйбеҙ!