Һарытау өлкәһендәге Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре барышы менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.
Күсембәт ауылы халҡы менән осрашыуҙан алған тәьҫораттар ялҡыны һүрелеп тә өлгөрмәне, икһеҙ-сикһеҙ даланы ярып ятҡан юл беҙҙе Пугачев районындағы Карловка ауылына илтте.
Әлеге ваҡытта ауыл мәҙәниәт йортона кеше йыйыла, фойела З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте башҡортса китаптарҙы һатыу ойошторған, ә тамаша залын "Башҡортостан" гәзиттәре биҙәгән.
Бына-бына сағыу концерт программаһы башланасаҡ, шулай уҡ Карловка ауылында йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн "Беренсе Республика" фильмын күрһәтеү ойоштороласаҡ.