Өфө ҡыҙы, табип Виктория Валикова Латин Америкаһында джунглиҙарҙа байтаҡ йәшәп, Гватемала һәм Никаруага илдәрендә үҙ көсө менән ике клиника төҙөгәндән һуң Рәсәйгә ҡайтасағын белдергән. Ире лә ризалашҡан.
“Күп уйлаштыҡ та хәл иттек. Беҙгә ҡайҙалыр ултыраҡланырға, балалар үҫтерергә кәрәк бит”, – тип уйҙары менән бүлешә ул социаль селтәрҙә. Әлегә ул шатлыҡ менән бергә ҡурҡыу, бәхет тойғоһо кисереүен дә йәшермәй. Тик ҡайһы ҡалаға юл тотоуҙарын әлегә хәл итмәгәндәр.
Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлаған Виктория Үҙәк Америка тропиктарына балаларҙы дауаларға китеп, Рәсәй халҡын шаҡ ҡатырғайны. Үҙ көсө менән сит ерҙә клиникалар һалғанын беҙҙекеләр өнәп бөтмәне, тәнҡит һүҙҙәрен аҙ ишетергә тура килмәне табипҡа. Бәлки, яҡташтары ғәфү итергә өлгөргәндер?