Өфөнөң Гагарин урамындағы 17-се йортта йәшәүселәр бына дүртенсе көн инде торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәре менән уртаҡ тел таба алмай.
23 сентябрҙә республика Башлығының бойороғонан һуң башҡа йорттарҙа йылы бирһәләр ҙә, 17-селә йәшәүселәр өшөүен дауам итә.
Бер нисә тапҡыр коммуналь хеҙмәткәрҙәргә мөрәжәғәт иткәндән һуң да хәл үҙгәрмәй. 20-се фатир хужаһы Фәнүс Ғәлин әйтеүенсә, йыл да бер үк проблема – йылы ваҡытында бирелмәй. Бөгөн дә бер яҡ ҡырҙа ун фатир йылытылмай.
“Өс юрған ябынып йоҡлаһаҡ та өшөйбөҙ”, тип зарлана ғаилә ағзалары.