Йәмғиәт
26 Сентября 2019, 19:06

Тәүтикшереүсенең атаһы судта сығыш яһаған

Ул ниндәй яңылыҡ еткергән?

Фото: kp.ruФото: kp.ru
Фото: kp.ru
Баш ҡаланың Киров районы судында төркөм менән көсләүҙә ғәйепләнгән элекке өс полиция хеҙмәткәренең енәйәт эше буйынса сираттағы ултырыш булған.
Был юлы Гүзәл Г.-ның атаһынан һорау алғандар. Ҡыҙы менән быға тиклем дә йылына бер нисә тапҡыр ғына осрашып торған ир бер ниндәй ҙә яңылыҡ әйтмәгән. Киләһе ултырышта ҡыҙҙың әсәһе лә суд һорауҙарына яуап бирәсәк.
Мәғлүм булыуынса, полицейскийҙарҙы көсләүҙә ғәйепләүсе тәүтикшереүсе журналистар менән аралашыуҙан ҡырҡа баш тарта.
Бынан алда шуныһы ла билдәле булғайны: әгәр өс ирҙе ғәйепле тип тапһалар, Г. уларҙан миллиондарса һум компенсация талап итәсәк.
Мәғлүм булыуынса, өс ир, ошо ваҡиғаға тиклем юғары вазифалар биләгән полиция хеҙмәткәрҙәре Эдуард Матвеев, Салауат Ғәлиев, Павел Яромчук, былтыр 29-нан 30 октябргә ҡараған төндә 23 йәшлек коллегаларын көсләүҙә ғәйепләнә. Тикшереүҙәрҙән һуң, уларҙы эске эштәр органдарынан ҡыуғайнылар. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, тәүтикшереүсе ҡыҙ ҙа эштән ебәрелде.
Читайте нас