Йәмғиәт
27 Сентября 2019, 12:40

Өйгә эште шәм яҡтыһында эшләй

Иглин районының Сыуаш-Ҡобау ауылында өс-дүрт йәшлек ҡыҙҙар тыуа-тыуғаны бирле электр утын күргәне юҡ, ағалары өйгә эште шәм яҡтыһында эшләй.

Facebook.com/Д. ЗәйнуллинFacebook.com/Д. Зәйнуллин
Facebook.com/Д. Зәйнуллин
Иглин районының Сыуаш-Ҡобау ауылында өс-дүрт йәшлек ҡыҙҙар тыуа-тыуғаны бирле электр утын күргәне юҡ, ағалары өйгә эште шәм яҡтыһында эшләй.
Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтарын яҡлау советы ағзаһы Динар Зәйнуллин һүҙҙәренә ҡарағанда, ғаилә ауыл янынан өй һатып ала. Һатыусылар мут булып сыға, йорт төҙөлгән ерҙең тик хужалыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнгәнен йәшерә. Шуға күрә өйҙөң эргәһендә генә электр тапшырыу үткәргесе булыуға ҡарамаҫтан, утҡа тоташырға рөхсәт бирмәйҙәр.
Һәр өлкәлә мутлашыусылар күбәйҙе, абай булығыҙ, айырыуса йорт һатып алғанда.
Читайте нас