Йәмғиәт
27 Сентября 2019, 15:30

Ҡыуаныслы хәбәр: йортло буласаҡбыҙ!

Был бәхет кемдәргә йылмайыр?

Фото: ufa.cian.ruФото: ufa.cian.ru
Фото: ufa.cian.ru
2005 – 2010 йылдарҙа “Үҙ йортом” республика программаһына ярашлы төҙөлгән Шамонин, Дорогин, Жуков, бер нисә йыл эсендә үҫеп, бөгөн иң төҙөк, матур ауылдарға әүерелде.
Уларҙа бихисап йәш ғаилә бәхетле тормош кисерә. Айырыуса бюджет өлкәһендә эшләүселәр ҡиммәт булмаған хаҡҡа ерле һәм йортло булыуға өлгәште.
Республиканың Архитектура һәм төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов: “Үҙ йортом” программаһын дауам итергә планлаштырабыҙ”, – тип белдергән. План буйынса, Өфөнән йыраҡ булмаған ерҙә бер нисә ауыл төҙөләсәк. Ер бүлеү, һыу индереү, электр һуҙыу һәм юлдар төҙөү өсөн федераль үҙәк тә ярҙам күрһәтәсәк икән. Йыл аҙағына тиклем буласаҡ ауылдарҙың биләмәләре билдәләнәсәк.
Үҙ ерендә йәшәргә теләгән кешеләргә был ҙур ярҙам буласаҡ, әлбиттә. Изге башланғыс тормошҡа ашһын!
Читайте нас