Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2019, 13:15

ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ

Алдан һөйләшергә мөмкинме?
“Хеҙмәт отпускыһын үҙемә уңайлы ваҡытта алырға теләйем, әммә бының өсөн миңә нимә эшләргә икән?
Земфира.
Бөрө ҡалаһы”.
– Рәсәй Хеҙмәт кодексына ярашлы, отпуск сират буйынса көйләнергә тейеш. График алдан төҙөлә һәм раҫлана. Етештереү процесына зыян килмәгән осраҡта хеҙмәткәрҙең дә фекере иҫәпкә алына, етәксе лә был хаҡта алдан белә. Шуға киләһе йылда хеҙмәт отпускыһын үҙегеҙгә уңайлы ваҡытта алыу тураһында етәкселек менән һөйләшеп ҡарағыҙ.
Хаҡ төрлөсә икән...
“Әгәр тауарҙың хаҡы күрһәтелгән ҡағыҙҙа һәм касса чегында төрлө сумма яҙылһа, нимә эшләргә?
Н. НИҒМӘТОВА”.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәлдәр йыш ҡына осрай. Бигерәк тә улар супермаркеттарҙа күп күҙәтелә. Һатыусыларға дәғүә белдерһәң, улар йыш ҡына ваҡыттың етмәүе, иғтибарһыҙлыҡ быға сәбәпле, тип аҡлана башлай. Әммә үҙ хатаһын төҙәтергә һәм тауарҙы күрһәтелгән хаҡ менән һатырға ашыҡмайҙар. Хатта ҡайһы берҙәре тауарға чектың булыуын дәлилләй башлай, шуға уны һатып алыуҙы талап итеүе ихтимал. Әммә бындай хәлгә юлыҡһағыҙ, тауар өсөн түләмәһәгеҙ ҙә ярай. Киреһенсә, үҙ хаҡы менән биреүҙәрен талап итегеҙ.
Әгәр был һүҙҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалмаһалар, “Роспотребнадзор”ға яҙа алаһығыҙ. Ә быға иң беренсе дәлил – тауар хаҡы күрһәтелгән ҡағыҙ. Әммә уны магазиндан сығарырға ярамай, сөнки был хәлде уғрылыҡҡа тиңләүҙәре ихтимал. Шуға уның ваҡыты күрһәтелгән фотоһы ла етә. Бынан тыш, туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ йәки магазиндағы сит кешеләр ҙә шаһит була ала. Өҫтәүенә үҙегеҙ тарыған хәл тураһында тәҡдимдәр һәм ялыуҙар кенәгәһенә яҙып ҡалдырығыҙ. Унда магазин етәкселегенән яҙма яуап көтөүегеҙ хаҡында ла әйтегеҙ.
Фатир һатып алғанда һаҡ эш ит
“Фатир һатып алырға теләйем. Алданмаҫ өсөн ниндәй нескәлектәргә нығыраҡ иғтибар итергә кәрәк?
Айгөл.
Сибай ҡалаһы”.
– Күсемһеҙ торлаҡ һатып алыу, әлбиттә, ҙур яуаплылыҡ, иғтибарлылыҡ талап итә. Иң мөһиме – мутлыҡ ҡылыусылар ҡулына эләгергә яҙмаһын, сөнки уларҙың бер фатирҙы әллә күпме кешегә тәҡдим итеүе ихтимал, шуға күрә түбәндәге мәлдәрҙе күҙ уңынан ысҡын­дырмағыҙ. Беренсенән, һеҙгә торлаҡ һатырға теләгән кешенең паспортын ентекләп ҡарағыҙ. Артабан документтарҙың төп нөсхәлә һәм ысын булыуын тикшерегеҙ. Уларға милек тураһындағы таныҡлыҡ, торлаҡты хосусилаштырыу, һатыу кеүек документтарҙың ялған булмауын тикшереү өсөн Теркәү палатаһы, БТИ һәм башҡа ойошмаларҙан алынған белешмәләр инә. Тағы аҡсаны банк аша күсереүҙең иң хәүефһеҙе икәнлеге хаҡында онотмағыҙ.
Читайте нас