Хәйбулла районы «Терра Башҡортостан» ат-спорт ярышында уңышлы сығыш яһаны.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн “Аҡбузат” ипподромында турнирҙың ун икенсе этабы уҙҙы. Хәйбуллалар Бәләбәй, Ғафури, Кушнаренко, Яңауылдың һәүәҫкәр жокейҙары менән ярышты. Район намыҫын Байғусҡар ауылынан 62 йәшлек Фазылйән Ғәббәсов (“Лайк” ҡушаматлы ерән бейәһе менән), Яңы Ергән ауылынан 36 йәшлек Рушан Ишбулдин (“Сестрица”), Степной ауылынан 30 йәшлек Виталий Рогалев (“Гептан”) менән 20 йәшлек Илфат Мәмбәтов (“Буянка”) яҡланы.
Беренсе сабышта, ғәҙәттәгесә, район чемпионы билдәләнде. Унда дүрт һыбайлы араһынан 20 йәшлек Илфат Мәмбәтов алдынғылыҡты бирмәне. Сағыу, көсөргәнешле ат бәйгеһендә ике заезд һөҙөмтәләре буйынса иһә Хәйбулланан Виталий Рогалев 12-се этап енеүсеһе булып танылды.
Шулай уҡ, йола буйынса, ипподром холында ойошторолған йәрминкәлә халыҡ ярышта ҡатнашыусы райондарҙа йәшәгән тауар етештереүселәрҙең продукцияһы менән таныша алды. Хәйбулла мәҙәниәт йортоноң сағыу йондоҙҙары Рәсимә Денисламова менән Иҙел Манишевтарҙың сығыштары бәйгегә йәм өҫтәне.