Баймаҡ районында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы тарафынан иғлан ителгән “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” конкурсы старт алды. Бәйге һәр ауыл биләмәһендә үтәсәк һәм төбәктә еңгән конкурстанттар 18 октябрь көнө Мостай Кәримдең ижадына арналған район кимәлендәге кисәлә һынау тотасаҡ.
Тәүге төбәк конкурсы Темәс мәҙәниәт йортонда үтте. Унда Темәс, Һаҡмар, Билал, Өмөтбай, Муллаҡай ауылдарынан береһенән-береһе матур, йәшлек, сафлыҡ бөркөлөп торған сая рухлы, дәртле, талантлы алты ҡыҙ һәм алты егет үҙ көсөн нәфис һүҙ һөйләүҙә, Мостай Кәримдең әҫәрҙәрендәге мөхәббәт геройҙары образында сығыш яһауҙа, вальс бейеүҙә һәм башҡа ярыш төрҙәрендә һынаны. Сәхнәлә бөйөк әҙибебеҙҙең үлемһеҙ әҫәрҙәренән Аҡйегет менән Зөбәржәт, Любомир Зух менән Мария-Тереза, Айгөл менән Ричард Галин һәм башҡа образдар сағылдырылды. Конкурсанттар шулай уҡ Мостай Кәримдең китаптарына буктрейлер әҙерләне.
Бәйге Темәс ауылы һәүәҫкәрҙәре һәм конкурсанттар әҙерләгән концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Сағыу бәйгенең еңеүселәре тип Темәстән Милә Ҡотлоғәләмова һәм Илфат Зарипов билдәләнде. Икенсе урынды Ләйсән Баязитова һәм Фәнир Ирназаров (Темәс), Илзирә Ҡаһарманова һәм Ғиззәт Йәғәфәровтар (Муллаҡай) яулаһа, өсөнсө урынға Билалдан Ильмира Ишморатова һәм Айнур Әхмәтов сыҡты. Һаҡмарҙан Зиләйлә һәм Нур Бикташевтар һәм Өмөтбайҙан Нәзилә Фәррәхова менән Илгиз Баһауетдинов әүҙем ҡатнашыусы булараҡ бүләкләнде.
Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Ғүмәр ҡыҙы Байрамғолова үҙенең махсус бүләген Милә Ҡотлоғәләмова менән Илфат Зариповҡа тапшырҙы. Бәйге артабан райондың башҡа ауыл биләмәләрендә дауам итәсәк.
Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет исеменә кемдәр лайыҡ буласағын беҙ ҙә күҙәтеп барасаҡбыҙ.