Балтаста 65 йәшлек пенсионерҙың һарайынан һарыҡ юғалған.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре хәлде асыҡлай башлағас, хилаф эш ҡылыуҙа 32 йәшлек урындағы ир шик аҫтына алынған.
Ул, бик ныҡ һарыҡ ите ашарға теләгәс, төндә һарайға инеп, малды алып сыҡҡан. Һуйып, итен туңдырғысҡа тултырған. Тиреһен дә ташламаған.
Пенсионерҙың күршеһенә ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған.