Төрмәлә лә тормош бар, бында ла хыялланалар, мөхәббәт утында яналар, хатта өйләнешәләр. 2-се холоҡ төҙәтеү колонияһында бер юлы өс тотҡондоң паспорттарына мисәт ҡуйҙырырға ҡарар итеүе – шуға асыҡ миҫал.
Әлбиттә, бында тантана һулышы һиҙелмәне, кәләштәрҙә туй күлдәге лә, сағыу гөлләмәләр ҙә юҡ, бер кем дә «Әсе!» тип ҡысҡырмай, уйын-көлкө лә яңғырамай. Хөкөмгә тарттырылғандар ни өсөн бында эләгеүе хаҡында һөйләргә яратмаһа ла, бәхеттәре менән бүлешергә әҙер. Мәҫәлән, Альберт менән Ульяна 2016 йылда Яңы йыл концертында танышҡан Ҡыҙ – акробатика буйынса спорт мастеры. Йәштәр бер-береһен оҡшата, өйләнешергә һүҙ ҡуйыша.
– 2017 йылда енәйәт ҡылдым, мине СИЗО-ға ултырттылар, былай булғас, тормош тамамланды, тип уйланым. Ульяна миңә боролоп та ҡарамаҫ тип ҡурҡтым. Әсәйем аша ғәфү үтенеп хат яҙып ебәрҙем. Ә ул мине яратыуын белдереп яуап хаты яҙған, көтәсәген белдергән. Мин әле Салауаттағы колонияла, Ульяна йыш ҡына килә. Быйыл сираттағы осрашыуҙа мин уға өйләнешергә тәҡдим яһаным, риза булды. Сроктың яртыһы үтте инде. Ҡатыным бала көтә, мин бик шат. Тиҙерәк иреккә сыҡҡым, Ульяна менән ҡыҙымды ҡосағыма алғым килә! – ти Альберт.
Тимер сыбыҡ артында ғаилә ҡорған парҙарға түҙемлек, бәхет теләйбеҙ, Хоҙай һеҙҙе хаталарҙан, яңылыш аҙымдарҙан аралаһын!