Йәмғиәт
28 Сентября 2019, 10:33

Был мотоцикл ғына бит…

Заһира апай әллә ҡарап, әллә ҡарамай яуаплай: – Юҡ, юҡ...Шул минутта машинаға шап иттереп мотоцикл килеп бәрелмәһенме!

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Заһира апай Ғәзизова ғүмере буйы район гәзитендә эшләне. Көндәрҙең береһендә улар редакция машинаһында командировкаға сыға.
Яҙғы матур көн. Магнитоланан дәртле көйҙәр ағыла, барыһының да кәйефе шәп.
Тиҙҙән улар бер боролошҡа яҡынлаша. Ҡасаба ере бит, светофор-маҙар юҡ. Шофер йәнәшәһендә ултырған Заһира апайға:
– Ҡарағыҙ әле, уң яҡта машина-фәлән күренмәйме? – ти.
Заһира апай әллә ҡарап, әллә ҡарамай яуаплай:
– Юҡ, юҡ...
Шул минутта машинаға шап иттереп мотоцикл килеп бәрелмәһенме! Ярай әле әллә ни ҙур зыян булмай. Шулай ҙа кәйефе ҡырылған шофер Заһира апайға:
– Нимәңде ҡарап ултыраһың ул? – тип ысҡындырғанын һиҙмәй ҙә ҡала.
Заһира апай иҫе лә китмәй:
– Атаҡ, һин машина юҡмы, тип әйттең бит, – тип яуаплай. – Был мотоцикл ғына бит...
Читайте нас