Был һүрәттә йылмайып торған наҙлы ғына ҡыҙҙы һөнәре буйынса кем тип уйлайһығыҙ? Уҡытыусы түгел, тәрбиәсе лә, һатыусы ла...
Әллә күпме ҡатын-ҡыҙ һөнәрҙәрен һынап сыҡһаҡ та, дөрөҫөн белмәҫһегеҙ моғайын. Диана – иретеп йәбештереүсе! Улай ғына ла түгел, илдең иң яҡшы йәш иретеп йәбештереүсеһе!
Диана өсөнсө йыл рәттән "WorlbSkills" бәйгеләрендә ҡатнаша һәм алтын миҙалдар яулай. Быйыл Ҡазанда үткән ошо бәйгелә лә ул алтын миҙалға лайыҡ булды. Әйткәндәй, конкурста ҡатнашҡандар араһында ул – берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ. 19 ғына йәшендә ул 5-се разрядлы иретеп йәбештереүсе.
Нәзәкәтле ҡыҙ ни эшләп был ирҙәр һөнәре менән ҡыҙыҡһынып китте икән һуң? Үҙе белдереүенсә, ул бәләкәй саҡта ғәҙәти ҡыҙ булып үҫә, бейеүгә, йырға йөрөй, ҡыҙҙар менән уйнай. Тик аҙаҡ Төҙөлөш һәм архитектура колледжында уҡый башлағас, иретеп йәбештереү буйынса ла курстар була. Уҡытыусылары Диананың был һөнәргә һәләтен күреп ҡала һәм үҫтерергә тәҡдим итә. Шунан башланып китә лә инде.
Әле "Мосгаз"да эшләп йөрөгән Диана 2020 йылда Австрияла үтәсәк "EuroSkills" халыҡ-ара һөнәрмәндәр бәйгеһендә ҡатнашырға йыйына.
Ҡыҙ, төрлө һүҙҙәргә ҡарамай, яратҡан эше менән шөғөлләнеүен һәм ошо өлкәлә камиллашыуын дауам итә. Афарин!