Дүртөйлө районында шәхси йорттарҙың береһендә газ менән ағыуланып ир менән ҡатын үлгән. Ғаилә парының кәүҙәләрен күршеләре тапҡан, улар был турала полицияға хәбәр иткән.
Асыҡланыуынса, йортта урынлаштырылған газ менән һыу йылытыу ҡорамалы эшләмәгән булған, шунлыҡтан газ сығып торған һәм өйгә таралған. Әлбиттә, үкенесле: 59 йәшлек ҡатын менән 65 йәшлек йорт хужаһы фажиғәле һәләк булған.
Әле ваҡиға урынында хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм газ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре эшләй, фажиғәле осраҡтың сәбәптәре асыҡлана.
Йылытыу миҙгеленә аяҡ баҫҡанда, газ менән ҡулланғанда айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәгеҙ!