Йәмғиәт
28 Сентября 2019, 17:05

"Ғүмерен ҡыя алмағаныма үкенәм..."

Ир һөйгән йәрен йортоноң подъезы эргәһендә ҡарауыллаған һәм уға бысаҡ менән ташланған.

Фото: google.comФото: google.com
Фото: google.com
32 йәшлек ир һөйгәнен үлтерергә теләгәне өсөн суд хөкөмөнә тарттырыласаҡ.
25 сентябрҙә Өфөлә көслө зат вәкиле һөйгән йәрен йортоноң подъезы эргәһендә ҡарауыллаған һәм уға бысаҡ менән ташланған. Ҡатындың әсәһе балаһын яҡларға, ирҙе туҡтатырға ашыҡҡан. Шау-шыуға йүгереп сыҡҡан ир генә яуыз уйлы әҙәмде туҡтата алған, һәм енәйәтсе ҡасҡан.
Ярай әле, ҡатынға беренсе медицина ярҙамы ваҡытында күрһәтелгән, ул иҫән ҡалған. Ә теге ир үҙ ғәйебен таныған һәм яуыз ниәтен тормошҡа ашыра алмағанына үкенес белдергән. Ошо буламы инде мөхәббәт?
Читайте нас