Йәмғиәт
28 Сентября 2019, 16:06

Әмирҙең хәле шәптән түгел

Ошо ваҡыт эсендә карауатынан ни бары бер тапҡыр ғына торған. Үлсәнеү өсөн. Меҫкен баланың тән ауырлығы ни бары...

Фото: mail.ruФото: mail.ru
Фото: mail.ru
Һүҙебеҙ биш көн буйы әсәһенең үле кәүҙәһе янында ултырған Яңауыл малайы, алты йәшлек Әмир тураһында. Хәтерегеҙҙә булһа, уны бик ауыр хәлдә табып, Өфөләге Республика балалар клиник дауаханаһына оҙатҡайнылар.


Баҡһаң, әсә менән баланың хәлен 18 көн буйы бер кем дә белмәгән дә, уларҙы күрмәгән дә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, малай әсәһенең үле кәүҙәһе янында кәмендә биш көн ултырған. Ә уға тиклем ике аҙна самаһы нимә булғандыр – әлегә бер кем дә белмәй. Бәлки әсәһе сирләп тора ла алмай ятҡандыр ҙа, малай ошо ваҡыт буйына аслыҡтан тилмергәндер. Билдәһеҙ.


Әле ул дауаханала ятыуын дауам итә, тик бик яй һауыға икән. Ошо ваҡыт эсендә карауатынан ни бары бер тапҡыр ғына торған. Үлсәнеү өсөн. Меҫкен баланың тән ауырлығы ни бары 17 килограмм ғына икән. Малай тормай, уйнамай, йәштәштәре менән аралашмай, тиҙәр. Сире шулай ҡурҡынысмы, әллә психологик тетрәнеүҙән арына алмаймы икән?


Әйткәндәй, уның янынан кеше өҙөлмәй. Һауыҡҡас, малайҙы әсәһенең апаһы Мәскәүгә алып китергә тейеш. Тиҙерәк шәбәй инде, Әмир!
Читайте нас