Йәмғиәт
28 Сентября 2019, 08:20

Ни өсөн балконда тартыу тыйыла?

Былтыр балконда сыҡҡан ут ике меңдән ашыу янғынға сәбәпсе булған. Был һандар 2016 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға артҡан.

Фото: yandex.byФото: yandex.by
Фото: yandex.by
Балконда тәмәке тартыуҙы тыйыу йәмғиәттә төрлө фекерҙәргә килтерҙе. Күпселек уны хуплап сыҡһа, балкон аша ғына тәмәке көйрәтергә яратыусылар, тәбиғи, ҡаршы.


Илдең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре был үҙгәреш буйынса үҙ фекерен белдерҙе. Янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләрендәге был үҙгәреш тәү сиратта хәүефһеҙлек мәҙәниәтен күтәреүгә, ошо сәбәпле сыҡҡан янғын ҡорбандарын кәметеүгә йүнәлтелгән.


"Үҙгәрештәр ғәмәлгә ингәндән һуң, тәмәкесе арҡаһында аҫҡы ҡаттар янып китһә, ғәйеплене табырға нигеҙ буласаҡ", тиҙәр ведомствола.


Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы шуға баҫым яһай: был норма тәмәкеселәр менән көрәш сараһы түгел, ә тик хәүефһеҙлек мәҙәниәтен күтәреүгә бәйле.


Статистика мәғлүмәттәре буйынса, былтыр балконда сыҡҡан ут ике меңдән ашыу янғынға сәбәпсе булған. Был һандар 2016 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға артҡан. Янғындарҙың 60 проценттан ашыу осрағы – тәмәке тартыусының ғәйебе.


Был үҙгәреште Рәсәй Президенты матбуғат-секретары Дмитрий Песков та хуплаған. Уның һүҙҙәре буйынса Кремль һәр ваҡыт кешеләр ғүмерен яҡлаған ҡарарҙарҙы хуплай.


Шулай булғас, йәмәғәт, әйҙәгеҙ үҙебеҙҙе лә, башҡаларҙы ла хәүефкә дусар итмәйек. Ә иң яҡшыһы – был насар ғәҙәттән бөтөнләйгә арыныу.


Читайте нас